Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
15 Май , 08:00

Ағас йорттар күргәҙмәләре барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан ҡалаларында ағастан төҙөлгән йорттар төҙөлөшөнөң даими күргәҙмәләре барлыҡҡа киләсәк. Ике майҙансыҡтың урыны билдәләнгән дә инде – улар Өфө ҡалаһының Октябрь районында һәм Нефтекамала урынлашасаҡ. Һәр береһенең дөйөм майҙаны бер гектар самаһы тәшкил итәсәк.

Ағас йорттар күргәҙмәләре барлыҡҡа киләсәк
Ағас йорттар күргәҙмәләре барлыҡҡа киләсәк

- Ағас йорттар төҙөлөшө үҫеше – перспективалы йүнәлеш. Был мәсьәләгә ил Президенты етди иғтибар бүлә. Уның ҡушыуы буйынса 2030 йылға тиклем республикала йыл һайын дүртешәр миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү планлаштырыла. Уның 2,6-2,7 миллион квадрат метры шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә инәсәк. Ағастан йорттар төҙөү урман комплексы үҫеше стратегияһына индерелгән. Уға ярашлы, ағас конструкцияларҙан йорттар файҙаланылған торлаҡ йорттар төҙөлөшөн 20 процентҡа тиклем еткереү планлаштырыла, – тип билдәләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Ағастан йорттар төҙөү буйынса күргәҙмә майҙансыҡтарының төп маҡсаттарының береһе – республикала йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө, сифатлы, экологик һәм һәр кем һатып алырлыҡ торлаҡ тураһында мәғлүмәттәрҙе еткереү. Быларҙың барыһы ла “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы булдырылды.

Сығанаҡ: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/627360/

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: