Тәжрибәле табип-эндоскопистың дөйөм эш стажы байтаҡ – 31 йыл! Хеҙмәт эшмәкәрлеген беҙҙең әңгәмәсебеҙ 1991 йылда, Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау эше” факультетын тамамлағандан һуң башлай. Интернатураны Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында үтә. Артабан Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында табип-эндоскопист булып эшләй. 2003 – 2008 йылдарҙа хәҙер инде ярайһы уҡ тәжрибә туплаған йәш белгесте яҙмыш йәнә Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаға алып килә. Ә 2008 – 2021 йылдарҙа Ришат Дәүләтхан улы үҙенең тыуған яҡтарында – Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт итә. 2021 йылдың сентябренән бөгөнгәсә Р.Д. Йәнгиров – Йылайыр үҙәк район дауаханаһының алыштырғыһыҙ табип-эндоскописы. Эндоскопист - махсус ҡоролма ярҙамында ауыҙ, танау, арт юл аша эске ағзаларҙы тикшерә.
- Йылайырға мин “Ауыл табибы” программаһы буйынса килдем. Баштан уҡ әйтеп үтәйем, коллектив бында бик берҙәм, эш шарттары менән дә ҡәнәғәтмен. Тағы ла, ҡабатланмаҫ хозур тәбиғәт, һулап туйғыһыҙ саф һауа – былар барыһы ла илһамлы эшкә көйләй. Хатта яратҡан шөғөлөмә – балыҡҡа йөрөүгә лә ваҡытым ҡала, – тип йылмая Ришат Дәүләтхан улы. – Ә иң мөһиме, беҙҙең дауахана күп кенә заманса медицина ҡорамалы менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, 2021 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ашҡаҙанды тикшереү аппараты алдыҡ. Киң билдәле Fujifilm маркалы эксперт класлы гастроскоп ярҙамында пациенттың аш һеңдереү юлының өҫкө бүлектәре тикшерелә. Ашҡаҙан, йыуан һәм бөйән эсәге ауырыуҙарын асыҡлау өсөн тәғәйенләнгән аппарат бөгөнгө көндә иң теүәл диагностикалау ҡорамалы һанала.
- Беҙ күбеһенсә терапевт, хирург һәм башҡа табиптарҙың йүнәлтмәһе буйынса ҡабул итәбеҙ. Эс ауыртҡанда, үҙәк көйгәндә, сәбәпһеҙ ҡоҫҡо килгәндә, эсәктәрҙе бушатыуҙа ауырлыҡтар тыуғанда һәм бүтән төрлө зарланыуҙар менән килгәндәрҙе эндоскопия тикшереүе үтеү өсөн ебәрәләр. Шулай уҡ үҙаллы мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар, күп осраҡта кескәйҙәр менән. Балалар уйынсыҡтарҙың бәләкәй деталдәрен, ваҡ аҡсаларҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе йотҡан осраҡта беҙ уларҙы эндоскопик юл менән сығарабыҙ, – ти һөйләй Ришат Дәүләтхан улы. – Йыл дауамында 500-гә яҡын тикшереү үткәрәбеҙ, яман шешкә шик булғанда диагнозды раҫлау өсөн тейешле анализдар алабыҙ.
2023 йылдың авгусында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә беҙҙең өсөн бик кәрәкле булған видеоколоноскоп ҡайтарылды.
Был эксперт класлы аппарат пациент өсөн минималь уңайһыҙлыҡ менән эсәктең лайлалы тиресәһен тикшереү өсөн ҡулланыла, шул иҫәптән полиптарҙың, тура эсәк яман шешенең иртә стадияларын ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә. Процедура ваҡытында табип-эндоскопист махсус аппарат – видеоколоноскоп менән ҡуллана. Диагностикалауҙан тыш, шунда уҡ анализ өсөн туҡыма биопсияһын алырға ла мөмкин. Әйтергә кәрәк, беҙҙең аппаратҡа бер юлы ике видеоколоноскоп беркетелгән. Уҙған йылдың декабрендә беҙгә йәнә бер заманса ҡорамал алып ҡайттылар, ул инде бер түгел өс видеоколонскоп менән йыһазландырылған. Уйлап ҡарағыҙ әле, беҙҙең дауаханала хәҙер биш колоноскоп бар! Был хаҡта беҙ ҡасандыр хыяллана ғына ала инек. Былтыр беҙҙең дауаханала ошо аппараттарҙа 55 диагностикалау процедураһы эшләнһә, быйыл иһә әле үк 26 пациент колоноскопия үтте. Бынан ары бер ҡайҙа ла барырға, бер ниндәй ҙә шәхси клиникаларға мөрәжәғәт итергә, иң мөһиме, бик ҡәҙерле булған ваҡытыңды һәм аҡсаңды сарыф итергә кәрәкмәй. Район дауаханаһына килегеҙ, юғары технологиялы медицина ярҙамы үҙебеҙҙә лә күрһәтелә.