Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
29 Май 2024, 11:35

Ауыл фельдшеры

"Ауыл фельдшеры" программаһы сиктәрендә эшкә урынлашып, 2022 йылдың ноябренән эшләй.

Ауыл фельдшерыАуыл фельдшеры
Ауыл фельдшеры

Айгүзәл Ҡунысбаева – ямаһаҙҙарҙың “аҡ халатлы фәрештәһе”. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының грамоталы белгес халыҡ менән профилактик эш алып бара, өлкәндәрҙе диспансеризациялау, профилактик тикшереүҙәр һәм диспансер күҙәтеү күрһәткестәре буйынса ла  алдынғылар рәтендә.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ һәм хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулап өлгөргән. Айгүзәл Илнур ҡыҙына эшендә уңыштар теләйбеҙ!

«Ауыл фельдшеры» программаһы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Документҡа ярашлы, ауыл ерлегенә эшкә урынлашыусы ФАП һәм ашығыс ярҙам фельдшерҙары 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләм алырға хоҡуҡлы. Программа 2018 йылдан ғәмәлгә индерелде.

#национальныепроекты#нацпроекты

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас