Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
29 Май 2024, 03:00

Милли проект ярҙамында заманса стадион төҙөлә

Ғафури районында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында заманса стадион төҙөлә.

Милли проект ярҙамында заманса стадион төҙөләМилли проект ярҙамында заманса стадион төҙөлә
Милли проект ярҙамында заманса стадион төҙөлә

Башҡортостан Республикаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының шул уҡ исемдәге программаһы сиктәрендә уңайлы мөхит булдырыу өҫтөндә эш дауам итә. Төбәктә йәшәүселәр киләһе йылда төҙөкләндереү өсөн 92 йәмәғәт киңлеген һайлаған. Уларҙы үҙгәртеү өсөн республика федераль бюджеттан аҡса аласаҡ. 

Быйыл Башҡортостан йәмәғәт киңлектәрен һайлау буйынса онлайн тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар һаны буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде. 1 миллионға яҡын кеше парктарҙы, аллеяларҙы, яр буйҙарын һәм башҡа йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеү өсөн тауыш бирҙе.

Ғафури халҡы ла тырышты: Красноусол ауылындағы “Йәшлек” паркында стадионды төҙөкләндереү буйынса проектты 7 160 кеше хупланы! Конкурста еңеү 2025 йылда бында урналар менән тамашасылар трибунаһын, резина япмалы йүгереү юлдарын, пляж волейболы зонаһын, һикереү соҡорҙарын, футбол газонын эшләргә, футбол ҡапҡаларын яңыртырға, шулай уҡ стадион биләмәһендә яҡтыртыуҙы йыһазландырырға мөмкинлек бирәсәк.

Ағымдағы йылда Ғафури районының Красноусол ауылында Усолка йылғаһы ярын төҙөкләндереү башланды.

Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндереү объекттарын һайлау өсөн дүртенсе бөтә Рәсәй тауыш биреүендә рекордлы кешеләр һаны ҡатнашты. Ҡала һәм ауылдарҙа парктар, скверҙар, яр буйҙары һәм башҡа ижтимағи киңлектәр булдырыу һәм уларҙы яңыртыу өсөн 17,2 миллиондан ашыу рәсәйле тауыш биргән. Ул былтырғыға ҡарағанда өс миллионға күберәк.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас