30 майҙа Башҡортостан тармаҡ-ара институтында “Экологик именлек буйынса иң яҡшы белгес-2024” XIV республика конкурсы үтте. Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ-Урал төбәк-ара идаралығы һәм “Тармаҡ-ара институт” шәхси белем биреү учреждениеһы сығыш яһаны.
Иҫәп буйынса ун дүртенсе республика конкурсы дистанциялы рәүештә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Экология” милли проекты (национаьный проект “Экология”) сиктәрендә уҙҙы.
Конкурста бөтә республиканан экологик хәүефһеҙлек өлкәһе белгестәре ҡатнашты. Һәр конкурсант 50 минут эсендә 50 һорауға яуап бирергә тейеш ине. Һөҙөмтәлә барыһынан да тиҙерәк һәм дөрөҫөрәк яуап биреп, “Экологик именлек буйынса иң яҡшы белгес-2024” исеменә Өфө эшҡыуары Таис Бохарбаева лайыҡ булды. Икенсе урынды – “СОЮЗПРОМПТИЦА” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса төп инженеры Елена Решетникова, өсөнсө урынды “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең экологик именлек буйынса төп белгесе Дилә Игеҙбаева яуланы.
– “Йәшел” тармаҡтың компетентлы белгестәренә ихтыяж йылдан-йыл арта. Тирә-яҡ мөхит торошо, кешеләрҙең һаулығы, иҡтисади тотороҡлолоғо һәм теләһә ниндәй сәнәғәт предприятиеһының уңышлылығы уларҙың һөнәри оҫталығына бәйләнгән. Компаниялар предприятие эшен оҫта ойоштора, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуға юл ҡуймай ғына кадрҙар эҙләй. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан “йәшел” һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу, уларҙың статусын һәм абруйын күтәреү, шулай уҡ был тармаҡҡа яңы кадрҙар йәлеп итеү буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә, быйыл бәйгелә Силәбе өлкәһе экологтары ла ҡатнашты. Киләһе йылда дүртенсе тапҡыр бөтә Рәсәй конкурсы үткәреләсәк, – тип билдәләне республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.