Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Милли проект
7 Июня 2024, 11:25

Мәҙәниәт тармағы һөҙөмтәле эшләй

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы указы менән тотош илдә тормошҡа ашырыла башлаған милли проекттарҙың барыһы ла ил халҡының тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙы, ял итеү, белем алыу мөмкинлектәрен киңәйтеүҙе, һаулығын нығытыуҙы һәм башҡа бихисап көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Мәҙәниәт тармағы һөҙөмтәле эшләйМәҙәниәт тармағы һөҙөмтәле эшләй
Мәҙәниәт тармағы һөҙөмтәле эшләй

Улар араһындағы “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) эсенә өс федераль проект – “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт” инә.

Тәүгеһе кешеләрҙе мәҙәниәт ойошмаларына йәлеп итеүҙе, учреждениеларҙы халыҡҡа “яҡынайтыуҙы” тәьмин итеүгә, тамашасы-тыңлаусыларға уңайлы мөхит тыуҙырыуға йүнәлтелһә; икенсеһе кадрҙар әҙерләү, ижади проекттар, мәҙәниәттә ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүгә арнала; өсөнсөһө мәҙәни өлкәгә һанлы технологиялар индереүҙе күҙ уңында тота.

“Мәҙәниәт” проектын тормошҡа ашыра башлағаны бирле республикабыҙҙа әллә күпме ауыл клубы яңыртылды, капиталь ремонт үткәрелде. Беҙҙең районда ғына һуңғы йылдарҙа өс ауылда – Юлдыбайҙа, Матрайҙа һәм Кананикольскиҙа мәҙәниәт һәм ял үҙәктәре яңыртылды.

Өр-яңы мәҙәни күренеш – мобиль китапханалар асылыуы ябай учреждениеларҙы ысын мәҙәни һәм белем биреү үҙәктәренә әүерелдерҙе.

Бынан тыш, район үҙәктәрендә кино залдары асыла, клубтары булмаған алыҫ ауылдар автоклубтар менән тәьмин ителә, виртуаль концерт залдары барлыҡҡа килә.

Беҙҙең район, мәҫәлән, республикала өсөнсө булып 2020 йылда автоклуб алыуға иреште.

Автоклуб теләгән бер территорияла: парктарҙа, ял урындарында, йәйге һәм ҡышҡы асыҡ майҙансыҡтарҙа күмәк мәҙәни саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Шул рәүешле күсмә концерт программалары, ижади коллективтар сығыштары өсөн мобиль сәхнә ойоштороу мәсьәләһе хәл ителде.

Тәүге күсмә концерт Белем көнө уңайынан Ҡашҡар ауылында үтә.

Ғөмүмән, “Мәҙәниәт” милли проекты сәнғәт йүнәлешендәге ойошмаларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыуға булышлыҡ итә. Балалар музыка, сәнғәт мәктәптәренә йәш белгестәр йәлеп итеү, музыка ҡоралдары, ҡорамалдар, уҡыу материалдары менән байытыу буйынса ла ғәйәт күп эштәр алып барыла.

 Башҡортостан – ауыл мәҙәниәте, спорты, мәғарифы  хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелгән һирәк төбәктәрҙең береһе.  Дүртенсе йыл рәттән  “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программаһы тормошҡа ашырыла. 2023 йылдан түләүҙең күләмен 1 миллион һумға тиклем арттырылған.  Былтыр ғына уны 30 кеше алған. Ошондай адреслы ярҙамды беҙҙең райондан бер вәкил алған. Ул – Йылайыр мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең йәш белгесе, өмөтлө йырсы Нәсимә Бикбулатова.

Тағы ла, милли проектҡа ярашлы, мәҙәниәт өлкәһендә төрлө гранттар бирелә башланы. Был иһә ижади коллективтарға ҙур кимәлдәге, хатта халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашырға мөмкинлек тыуҙырҙы. Ошондай тотош донъя кимәлендәге мөһим мәҙәни саралар үҙебеҙҙә лә уҙҙы. Мәҫәлән, Башҡортостанда үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһында  (CIOFF) 37 илдән йыйылған төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты.

Сара барышында бер әйлән-бәйләндә ҡатнашҡан илдәр һәм милләттәр һаны буйынса ике донъя рекорды ҡуйылды. Унда донъяның 57 иле һәм 71 милләт вәкилдәре тупланды. Әйлән-бәйләндә 2 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

“Өфө – Арена” боҙ һарайында тантананы асыуҙа бер меңдән ашыу артист ҡатнашты, 500-ҙән ашыу интеллектуаль яҡтылыҡ приборы ҡулланылды, 800 квадрат метр яҡтылыҡ экраны, үҙенсәлекле автоматлаштырыу механизмы һәм системалары, лазерлы видеопроекторҙар һәм башҡа тәьҫиле саралар файҙаланылды.

“Торатау” конгресс-холы алдындағы амфитеатрҙа үткәрелгән байрамды ябыу сараһында донъяның 19 ил вәкиле сығыш яһаны, алты истребителдән торған авиашоу  мауыҡтырғыс булды.

Өфөләге төп сәхнәлә - “Фольклориада йөрәге”ндә һәм республиканың 22 районында 61 концерт ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар төбәк буйлап 10 мең километр юл үтте.

Республиканың Милли музейында “Донъя халыҡтарының маскалары” тигән халыҡ-ара күргәҙмә һәм “Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары” фотолар күргәҙмәһе халыҡты ҡабул итте. 

Был мөһим сарала беҙҙең район ҡурайсылары ла бик әүҙем ҡатнашты. Ғөмүмән, Йылайыр районы үҙенең арҙаҡлы ҡурайсылары менән билдәле. Мәшһүр моң эйәләрен һәм милли музыка ҡоралын данлап районыбыҙҙа ҡурайға ике һәйкәл ҡуйылған.  

Беренсеһе бөтә донъяға билдәле булған Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған ауылы Иҫке Яҡупта 2022 йылда асылды.

Икенсе һәйкәл 2023 йылда Юлдыбай ауылы янында ҡуйылды. Ул һәйкәл дә бик үҙенсәлекле, сөнки был монумент Европалағы музыкаль инструментҡа иң бейек һәйкәл. Уның бейеклеге 21 метр, ҡурай олонона “Урал” йырының ноталары яҙылған. Һәйкәл Юлдыбай ауылы эргәһенән үткән оло юлдан һәр яҡлап күренеп, сәфәрҙәгеләрҙе “сәләмләп” тора.

Ҡурай башҡорт халҡы өсөн ҙур әһәмиәтле. Милли музыкаль ҡоралын популярлаштырып, 2018 йылда ҡурай рәсми рәүештә Башҡортостандың территориаль бренды булып теркәлде. Брендты теркәү идеяһын яҡташыбыҙ, күренекле ҡурайсы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Азат Айытҡолов тәҡдим иткән.

Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов:
«Мин башҡорт, башҡорт булып тыуғанмын, башҡорт булып үлермен. Ғүмерем буйына ҡурайға хеҙмәт итермен. Уның ярҙамында мин донъя менән аралашам. Беҙгә килеп еткән бөтә халыҡ йырҙары – тарихи, барыһының да үҙенең энергетикаһы һәм аураһы бар, береһе икенсеһенә оҡшамаған. Шуға күрә уларға һаҡсыл ҡарайым һәм ҡурайҙа уйнағанда көй аша донъяға башҡорттар хаҡында һөйләргә тырышам. Был – үҙем сығыш яһаған концерттарымдың мотлаҡ өлөшө...”
Ҡурайҙы бөтә донъяға данлаусы Ишмулла Дилмөхәмәтов та Йылайыр районында тыуып үҫкән. 2023 йылда
мәшһүр ҡурайсыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған ҡурай бәйгеһе үтте. Был республика бәйгеһендә Рәсәй төбәктәренән бөтәһе 255 ҡурайсы ҡатнашты.

Бәйгелә беренсе тапҡыр “Ҡурай” исемле почет билдәһе башҡорт халыҡ музыка уйын ҡоралы ҡурайҙы пропагандалағаны һәм уның үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн арҙаҡлы ҡурайсыбыҙ Азат Миңлеғәле улы Айытҡоловҡа һәм Мари Иле Республикаһынан килгән Йошкар-Ола башҡорттары Ҡоролтайының рәйесе, ҡурайсы Муса Солтанморат улы Нурдәүләтовҡа тапшырылды.

Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, милли музыкаль ҡоралдарыбыҙҙы ошолай хөрмәтләп ҙурлап торайыҡ...

 Дөйөм алғанда 2023 йылда мәҙәниәт үҫешенә 14 миллиардтан ашыу аҡса йүнәлтелгән.  Был иһә 2022 йыл менән сағыштырғанда 12,3 процентҡа күберәк. Шуныһы ҡыуаныслы, йыл һайын финанслау күләмен арттыра барыу күҙаллана.  

Шулай итеп, ил кимәлендә бойомға ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты башҡортостандар өсөн дә ифрат ҙур мөмкинлектәр асты һәм аса, халыҡҡа мәҙәни хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күпкә арттыра, төрләндерә, мәҙәни тормошҡа ылыҡтыра, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә. Киләһе йылға ла был проект биргән ҙур мөмкинлектәр менән танышырбыҙ, бергәләп ҡыуанырбыҙ әле.

 

Мәҙәниәт тармағы һөҙөмтәле эшләй
Мәҙәниәт тармағы һөҙөмтәле эшләй
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас