Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
12 Июнь 2024, 03:00

Был автомобиль медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына яңы автомобиль бирелде.

Был автомобиль медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡБыл автомобиль медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ
Был автомобиль медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ

 

–Яңы транспорт медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырасаҡ, медицина хеҙмәткәрҙәрен пациенттарға, пациенттарҙы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына  тиҙерәк илтәсәк. Бындай рәхмәт өсөн ҙур рәхмәт! – ти  үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас