Подряд ойошмаһы вәкиле әйтеүенсә, объекттың әҙерлеге 39 процент тәшкил итә. Бында дүрт баскетбол һәм дүрт волейбол майҙансығы урынлашасаҡ, шулай уҡ бадминтон һәм мини-футбол уйындары өсөн урындар ҡаралған. Бөгөн ер эштәре алып барыла. Төҙөүселәр нигеҙ һалыу, колонна ҡуйыу эштәрен тамамлаған һәм ҡыйыҡ ябыу эштәренә тотонған. Осрашыу барышында ҡала мэры подряд ойошмаһынан эштәрҙе башҡарыу ваҡытын күҙәтеүҙе һораны.
– Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл шулай уҡ Йәшел сауҡалыҡ һәм Сипайлово биҫтәһендә концессия буйынса ике спорт объекты төҙөлдө һәм сафҡа индерелде. Был – ҡаланың “Инвестиция сәғәт”тәрендәге эшебеҙҙең һөҙөмтәһе. Өфөнөң спорт инфраструктураһын үҫтереү өсөн федераль һәм бюджеттан тыш аҡса йәлеп итеүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.