Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
24 Июнь 2024, 03:00

Туймазы районында мәктәп спорт залы төҙөкләндерелде

Туймазы районы Собханғол - “Ағыртамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе” мәктәбе филиалының спорт залында капиталь ремонт тамамланды.

Туймазы районында мәктәп спорт залы төҙөкләндерелдеТуймазы районында мәктәп спорт залы төҙөкләндерелде
Туймазы районында мәктәп спорт залы төҙөкләндерелде

Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә үткәрелде.

Уҡытыу-тикшеренеү, ғилми-ғәмәли эшмәкәрлекте ойоштороу, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны яңыртыуға аҡса федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан бүленде.

Спорт залы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ваҡыты менән туҙған, урыны менән ярылған стеналар һәм түбә йәнә матур төҫ алды – уларҙы ышҡып, буянылар. Иҙәндәге таҡта һәм лагалар тулыһынса алмаштырылған. Яңыртылған япмаға тамғалар һыҙғандар. Мәктәптә тәҙрәләр "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы буйынса 2023 йылда уҡ алмаштырылған.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас