Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
28 Июнь , 08:00

Йәштәр һынатмай

Профессиональ оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионаты финалында юниорҙар араһында “Эшҡыуарлыҡ” компетенцияһында Башҡортостан командаһы беренсе урын алды. Сарала ҡатнашыусылар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында ярышҡа әҙерләнде, тип хәбәр иттеләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында.

Йәштәр һынатмай
Йәштәр һынатмай

Чемпионат финалы Пермь эшҡыуарлыҡ һәм сервис колледжы майҙанында үтте. Ярыштар ике йәш категорияһында уҙғарылды: юниорҙар һәм студенттар. Конкурсанттар бизнес-проекттарын яҡланы, үҙҙәре етештергән продукция менән таныштырҙы.

 Туймазы ҡалаһының 7-се урта мәктәбе уҡыусылары Валерия Воробьева һәм Реналь Хәбиров “Алға, Башҡортостан” тип аталған  интеллектуаль иҡтисади уйын тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә ул беренсе урынға лайыҡ булды. М. Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университеты студенттары Ксения Мучкина һәм Анастасия Дмитриева проекттары менән дүртенсе урынға сыҡты.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ  һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектының маҡсаты – бизнесҡа уның бөтә этаптарында  ярҙам итеү: старт идеяһынан  уның экспортҡа сығыуына тиклем.Милли проекттар  2019 йылдан алып Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: https://biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/637563/

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: