+21 °С
Болотло
Киләһе йылда ошо уҡ программа буйынса район үҙәгендә “Йәшлек” паркы эргәһендәге парк биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Унда тамашасылар трибуналары, йүгереү өсөн һуҡмаҡтар, пляж волейболы өсөн урын, футбол газоны һәм башҡалар барлыҡҡа килер тип көтөлә.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, Башҡортостанда 683 объект сынъяһауға әйләнде. Быйыл тағы 123 объект төҙөкләндерелә.
Сығанаҡ, фото: республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.