Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
30 Июнь , 08:00

Милана өйлө булды

Борай районынан Милана Ғасимоваға торлаҡ һатып алыуға социаль торлаҡ сертификаты тапшырылды. Сертификат “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам тураһында”ғы законға ярашлы тормошҡа ашырылды.

Милана өйлө булды
Милана өйлө булды

Хәҙер кескәй Милананың һәм уның ғаиләһенең социаль түләү менән файҙаланып, үҙаллы торлаҡ алыу мөмкинлеге булды. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ошондай мөмкинлектәр биреү – муниципаль власть органдары эшенең мөһим өлөшө. Зилә Ғәсимова, МИлананың әсәһе, район хакимиәтенә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Беҙ һәр кешенең үҙ торлағын һатып алыу мөмкинлеге булыуын теләйбеҙ. Унда йылы, яҡты һәм уңайлы булырға тейеш.  Ғасимовтар ғаиләһен ҡотлайбыҙ! Был беҙҙең район өсөн бик мөһим ваҡиға, Милананың һәм уның ғаиләһенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Ошо мөһим аҙымды ғәмәлгә ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ”, – тип билдәләне Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Борай районы хакимиәте.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: