Ауыл уттары
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
1 Июль , 09:05

Яңы объекттар төҙөлә

Башҡортостан был программанан әүҙем файҙалана.

Яңы объекттар төҙөлә
Яңы объекттар төҙөлә

2024 йылда төбәктә “Стимул” программаһы буйынса юл һәм инженер инфраструктураһына бәйле туғыҙ объект төҙөләсәк, тип хәбәр итә Республика Хөкүмәтенең Матбуғат хеҙмәте.

“Стимул” программаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) инә һәм торлаҡ төҙөлөшө үҫешен дәртләндереү механизмдарының береһе булып тора. Ул инфраструктура булдырыу буйынса төҙөүселәрҙең сығымдарын кәметеүгә йүнәтелгән. Шулай уҡ торлаҡ төҙөү ваҡытын да ҡыҫҡарта.

Яңы объекттар Өфө ҡалаһында һәм районында, Октябрьскийҙа барлыҡҡа киләсәк.

Мәҫәлән, Дим районында “Яркий” биҫтәһенә юл “Стимул” программаһы буйынса беренсегә төҙөлмәй. Быға тиклемге ике йылда бында 3,5 километр оҙонлоғонда биш урам файҙаланыуға тапшырылды, бында әле яңы юл төҙөү бара, ул Ғашиҡтарҙың яр буйы һәм Акварель урамдары буйынса түшәлә.

-Объекттарҙы төҙөү быйыл 1,1 миллион квадрат метр майҙанда яңы торлаҡ файҙаланыуға тапшырырға мөмикинлек бирәсәк, - ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. - Башҡортостан – “Стимул” программаһына ярашлы федераль аҡсаны йәлеп итеү буйынса лидерҙар иҫәбендә.

Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: