Ауыл уттары
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
2 Июль , 10:25

Алдынғы райондар асыҡланды

Башҡортостанда 1,8 мең гектар майҙанда урман культураларын агротехник тәрбиәләү буйынса эштәр башҡарылған.

Алдынғы райондар асыҡланды
Алдынғы райондар асыҡланды

Календарь пландарға ярашлы Башҡортостан Республикаһы урмансылары үлән сабыу һәм тупраҡты йомшартыу юлы менән урман культураларын агротехник тәрбиәләү буйынса эште дауам итә. Төҙөкләндереү барышында эште ҡул менән дә, МТЗ тракторҙары базаһында механизацияланған ысул менән культиваторҙар ҙа башҡара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы учреждениелар был эште “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә алып бара.

Агротехник тәрбиәләү ҡый үләндәре һәм ағас-ҡыуаҡ үҫемлектәренең тупраҡ өҫтөндә үлән үҫеүен, тупраҡта дым тупланыуын булдырмау маҡсатында уҙғарыла.

Урмандарҙы файҙаланыу һәм тергеҙеү, дәүләт урман реестрын алып барыу бүлеге начальнигы Альберт Закиров билдәләүенсә, бөгөнгө көнгә урман культураларын агротехник тәрбиәләү буйынса эштәр 1,8 мең гектар майҙанда (пландан 25 проценттан ашыу) үтәлгән. 2024 йылда урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәренә бөтәһе 6,9 мең гектар майҙанды тәрбиәләү бурысы тора.

Башҡарылған эштәр күләме буйынса алдынғылар рәтендә – республиканың Әлшәй, Илеш, Инйәр, Стәрлетамаҡ һәм Учалы урман хужалыҡтары.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: