Ауыл уттары
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
3 Июль , 09:50

“Подрост” бөтә Рәсәй үҫмерҙәр урман конкурсының финалы үтте

Иң яҡшылар исеменә илдең 53 төбәгенән 111 эш дәғүә итте. Сара өҙлөкһөҙ экологик белем биреү системаһына ярҙам итеүгә һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән, был “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарының береһе булып тора.

“Подрост” бөтә Рәсәй үҫмерҙәр урман конкурсының финалы үтте
“Подрост” бөтә Рәсәй үҫмерҙәр урман конкурсының финалы үтте

Финал этабында Башҡортостан исеменән Мәләүез ҡалаһы Балалар экология үҙәгенең “Эколог-тикшеренеүселәр” берләшмәһе уҡыусыһы Алина Әхмәтйәнова “Дан” паркында парһыҙ ебәк күбәләге һәм уның һанын сикләү саралары” эше менән (“Урман хайуандары экологияһы” номинацияһында) һәм Өфө урман-техник техникумы студенты Вадим Ниғмәтйәнов “Башҡортостан Республикаһының Иглин урман хужалығы биләмәһендә тәрбиәләү өсөн ҡырҡыу йоғонтоһонда таксик күрһәткестәрҙе үҙгәртеү” эше менән (“Профессиональ белем биреү ойошмаларында һәм урман хужалығы профилендәге юғары белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың иң яҡшы тәжрибә-тикшеренеү эше” номинацияһында) сығыш яһаны.

Балалар эштәре менән онлайн форматта таныштырҙы. Конкурс йомғаҡтары буйынса финал этабында ҡатнашыусылар Федераль урман хужалығы агентлығы сертификаты менән бүләкләнде.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: