Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
4 Июль , 08:00

Социаль проекттар еңеү яулай

Благовещен районы эшҡыуары Әлфиә Ғәлиуллинаның “Благотур” проекты ”Социаль туризм өлкәһендә иң яҡшы проект” номинацияһында еңеү яуланы. 

Социаль проекттар еңеү яулай
Социаль проекттар еңеү яулай

”Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектына ярашлы ойошторолған “Минең изге бизнесым” конкурсына йомғаҡ Мәскәү ҡалаһында үткәрелде.

 Әлфиә Ғәлиуллина социаль бизнес менән туғыҙ йылдан ашыу шөғөлләнә. “Благотур” проекты ауыр сирлеләрҙе тәрбиәләү хеҙмәте булараҡ эш башлай, унда эшкә һәләтле пенсионерҙар ҡатнаша. Аҙаҡ эшҡыуар эшмәкәрлеген киңәйтә, өлкәндәр өсөн хеҙмәткә урынлаштырыу һәм ялын ойоштороу буйынса хеҙмәттәр тәҡдим итә.  Шулай итеп, Благовещенда “Тоҙло быу” һауыҡтырыу үҙәге, ә районда өлкәндәр өсөн “Терра Блага” глэмпингы ойошторола.

“Бөгөн Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса лидерҙар рәтендә. Социаль проекттарҙың Рәсәй кимәлендә танылыу табыуы шатлыҡлы күренеш”, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Конкурс лауреаттары араһында ”Бергә” халыҡты  социаль яҡлау хәйриә фонды етәксеһе Людмила Булышева ла бар.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы,  2024 йылға тиклем “Бәләкәй  һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектына ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының финанс ресурстарын алыуға, шул иҫәптән,  льготалы финанслауға, мөмкинлектәре арттырыласаҡ.  Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәрҙең һанын,  шәхси эшҡыуарҙарҙы ла индереп, 25 миллионға еткереү планлаштырыла.

 Фото: https://ufa.plus.rbc.ru/news/655dfad87a8aa9c53724d123

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: