Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
5 Июль , 09:10

Беҙҙең бойҙай Африкаға ла, Азияға ла китәсәк

“Башкир-агроинвест” ауыл хужалығы предприятиеһы импортты алмаштырыу проектын тормошҡа ашырыу  өсөн Шишмә районында торгһыҙ 111, 6 гектар ер алды. Компания Рәсәйҙең эске баҙары өсөн генә түгел, Төньяҡ Африка, Азия, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе өсөн дә ярауай бойҙай етештерергә ниәтләй.

-Тәүге сиратта ул ил Президенты тарафынан 2020 йылда раҫланған Рәсәй Федерацияһының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге Доктринаһына ярашлы башҡарыла, - тине Башҡортостандың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. – Ауыл хужалығы производствоһы импортты алмаштырыу өсөн мөһим тармаҡтар исемлегенә инә. Былар барыһы ла ер участкаларын ташламалы, ябайлаштырылған процедура буйынса торгһыҙ башҡарырға булышлыҡ итә.  

“Башкир-агроинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостандың ҙур ауыл хужалығы тауар етештереүселәренең береһе һәм шәкәр сөгөлдөрөн, иген һәм май культураларын  тулайым йыйыу буйынса алдынғылыҡты биләй. Ярауай бойҙай үҫтереү буйынса яңы проект был участканан 446 тоннаға тиклем иген алырға мөмкинлек бирә.

-Бойҙай һәм уның эшкәртелгән продукттары яҡшы экспорт потенциалына эйә. Беҙҙең эре компаниялар быны аңлай һәм етештереүҙе арттыра. Бындай инвесторҙарға ярҙам итеү өсөн беҙҙең мөмкинлектәр бар, - тине Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов. – Башҡортостан әлеге көндә агросәнәғәт комплексы продукцияһын донъяның 44 иленә экспортлай.

Был саралар "Халыҡ -ара кооперация һәм экспорт" милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") сиктәрендә башҡарыла. 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: