Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
6 Июль , 08:00

Яңы техника булғанда эш көйлө

Башҡортостандың агросәнәғәт компексы предприятиелары быйыл ярты йылда 5,1 миллиард һумға 1100 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алған.

Яңы техника булғанда эш көйлө
Яңы техника булғанда эш көйлө

- Йыл башынан Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре 183 трактор, 83 иген йыйыу, 14 мал аҙығы йыйыу комбайндары, 300-ҙән ашыу тупраҡты эшкәртеү һәм сәсеү машиналары һәм башҡа төрлө техника алды, - тине төбәктең Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов.

 Шуны билдәләү мөһим 2023 йылда төбәк аграрийҙары 14,2 миллиард һумға 3 мең тирәһе техника ҡайтарҙы. Был иһә һуңғы 20 йылда техника алыу буйынса иң яҡшы күрһәткес.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл сәнәғәте комплексының техник паркын модернизациялау буйынса республика программаһы сиктәрендә аграрийҙарға техника һәм ҡорамалдар алыуға сығымдарҙың 50 процентҡа тиклеме субсидиялана. 2024 йылда был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард һум аҡса бүленгән. Был саралар “”Агросәнәғәт комплексы үҫеше” милли проектын (национальный проект “Развитие агропромышленного комплекса”) башҡарыла. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: