Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
10 Июль , 11:15

Төркиәгә экспорт 20 процентҡа тиерлек артҡан

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Төркиә уҙаҡташ илдәр араһында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 13,7 процент өлөш менән икенсе урын алды.

Төркиәгә экспорт 20 процентҡа тиерлек артҡан
Төркиәгә экспорт 20 процентҡа тиерлек артҡан

Ағымдағы йылдың ғинуар–апрелендә Башҡортостан Республикаһынан Төркиәгә экспорт тәьминәте күләме уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 17,4 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Бындай һөҙөмтәгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында өлгәшелә.

– Тәүге өс айҙа Төркиә Республикаһына беҙҙең экспорт 80,1 процентҡа - минераль продукттар һәм 19,5 процентҡа химия сәнәғәте продукцияһы менән билдәләнгән. Шулай уҡ уны беҙ аҙыҡ-түлек һәм сеймал, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәре менән тәьмин иттек.

Шул уҡ ваҡытта экспорттың ғына түгел, Башҡортостан Республикаһы менән Төркиәнең үҙ-ара тауар әйләнешенең дә артыуын билдәләйбеҙ. Күрһәткес 15,9 процентҡа артҡан, был уҙаҡташлыҡты үҫтереүгә ике яҡлы ҡыҙыҡһыныу тураһында һөйләй, — тип билдәләне төбәктең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙбылтыр Төркиә уҙаҡташ илдәр араһында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 13,7 процент өлөш менән икенсе урын алды, шул уҡ ваҡытта ил менән үҙ-ара тауар әйләнеше һәм экспорт күрһәткестәре 2022 йыл менән сағыштырғанда 111,7 һәм 123,2 процентҡа артҡан.

– Төрөк уҙаҡташтар менән бер нисә перспективалы проект эшләйбеҙ. МәҫәләнӨфө районында йөк күтәреү ҡорамалдары етештереү буйынса инвестиция проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Төркиәнән бөтә кәрәкле технологик ҡорамалдар килтерелгән дә инде, төҙөлөш эштәренең һуңғы этабы. Проект буйынса инвестициялар күләме яҡынса 120 миллион һум тәшкил итә. Шулай уҡ Башҡортостанда шпон, май һәм һауа тибындағы фильтрҙар етештереүҙе урынлаштырыу буйынса эштәр алып барыла, – тип һөйләне Рәсәйҙең Төркиәләге сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы республика вәкиле Марат Танһыҡҡужин.

Билдәләп үтәйекБашҡортостан Республикаһының экспорт эшмәкәрлеген алып барыу менән ҡыҙыҡһынған предприятиелары 9 июлдә 12:00 сәғәттә үтәсәк Рәсәй Экспорт үҙәгенең вебинарында ҡатнаша ала. Алдан һылтанма (ссылке) буйынса теркәлергә кәрәк.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: