Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
11 Июль , 08:00

Тәтешле районында "Ғаилә бәхете биләмәһе" байрамы ойошторолдо.

2024 йылдың 8 июлендә Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында "Демография" милли проекты маҡсаттарына ярашлы Бармыш йылғаһы быуаһы буйында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған "Ғаилә бәхете биләмәһе" ҙур спорт байрамы үтте.

Сара өсөн төҙөкләндерелгән объекттың бар территорияһы йәлеп ителде. Быуала сап-бордта ярыштар ойошторолдо, сараның бәләкәй ҡатнашыусылары балалар майҙансығында ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны, спорт майҙансығында волейбол буйынса ярыштар үтте. Сәхнә эргәһендә Ғаилә йылына арналған күңелле старттар һәм "Минең дуҫ ғаиләм" асфальтта һүрәттәр төшөрөү конкурсы уҙҙы.

Бөтә территорияла балалар аттракциондары, каруселдәр һәм батуттар урынлаштырылған. Мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән байрам концерты менән бер рәттән, "Ғаилә" төньяҡ район-ара үҙәгенән һәм Балалар ижады үҙәгенән бер нисә оҫталыҡ дәресе майҙансыҡтары эшләне. Иң яратҡан "Шыуышыусылар чемпионаты" конкурсы ла мауыҡтырғыс булды, унда 0-3 йәшлек балалар үҙҙәренә бүленгән юлдан шыуышты йәки йүгерҙе. Баланы төрлө ысулдар менән үҙҙәренә саҡырған ата-әсәләрҙе күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы ине.

– Тәтешлеләрҙең итеү өсөн төҙөкләндерелгән урындары булыуы шәп. Бында эш көндәрендә лә балалар менән ял итергә мөмкин, байрам көндәрендә лә ваҡытты күңелле үткәрергә була. Бының өсөн барыһы ла ҡаралған, - ти Үрге Тәтешле ауылында йәшәүсе Альбина Ғабдрахманова.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәтешле районы хакимиәте.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: