Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
17 Июль , 22:05

Уларҙы беҙҙең менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра

Башҡортостандың машиналар төҙөү, аграр сәнәғәт комплексы, металл эшкәртеү, саралар ойоштороу, аҙыҡ-түлек, химия һәм төҙөлөш сәнәғәте өлкәһенән 60-тан ашыу компания Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре баҙары эше принциптарын “Абу-Дабиҙа Евразия сауҙа-сәнәғәт хабы. Етештереү өсөн мөмкинлектәр һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм Фарсы ҡултығында бизнес алып барыу” конференцияһында өйрәнде.  

Уларҙы беҙҙең менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра
Уларҙы беҙҙең менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра

- Өфөгә беренсе тапҡыр килдек һәм бында ике көн булдыҡ. Осрашыу ярайһы ҡыҙыҡлы ғына килеп сыҡты. Бында эшҡыуарҙар берҙәмлегенең әүҙемлеге, Абу-Даби һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән ҡыҙыҡһыныуҙары оҡшаны. Беҙгә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү ҡыҙыҡ булыр ине, - тип белдерҙе Хәлиф Абу-Даби иҡтисади зоналары бизнесын халыҡ-ара үҫтереү буйынса вице-президент Халид Аль Марзуки.

Бынан тыш, эшҡыуарҙарға Рәсәй менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең эшлекле хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләнеләр. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычеваның белдереүенсә, былтыр Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә алтынсы урын биләгән.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24432/

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: