Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
18 Июль , 08:00

Ҡариҙел районында евроштакетник етештереләсәк

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” сиктәрендә һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”  милли проектына ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостандың Ҡариҙел районы хакимиәтендә евроштакетник һәм йыйылма элементтар етештереү проектын ҡаранылар.

Идеяны Байҡы ауылында шәхси эшҡыуар Илгиз Хәсуллин тормошҡа ашырырға ниәтләй. Бөгөн нигеҙ һалынған һәм етештереү цехын төҙөү планлаштырылған ер участкаһына документтарҙы ҡайтанан рәсмиләштереү буйынса эш алып барыла. Проекттың инициаторы 500 мең һумдан ашыу суммаға ҡорамалдар һатып алған, 320 мең һумға буйға ҡырҡыу өсөн тағы ла бер станок-гильотинаға заказ бирелгән.

"Проект тормошҡа ашырыу өсөн хупланды. Эшҡыуарға төп сараларҙы һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн “Ҡариҙел районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү” муниципаль программаһында ҡатнашырға тәҡдим ителде”, - тип аңлатма бирҙе Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

Башҡортостан муниципалитеттарында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” ойошторола, унда һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн https://investrb.ru/ сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: