Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
19 Июль , 08:00

Бер миллионға яҡын кеше диспансерлаштырыу үтте

Быйыл алты айҙа республикала бер миллионға яҡын кеше иҫкәртеү сараларын үтте. Шуларҙың 56,8 проценты – хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә әйтелде.

Диспансерлаштырыу һөҙөмтәһе буйынса тәү тапҡыр 189 736 сир осрағы асыҡланған. Ҡан әйләнеше, тын алыу, яман шеш сирҙәре йышыраҡ табылған. 258 меңдән ашыу кеше диспансерлаштырыу күләменә инмәгән өҫтәмә диагностик тикшереү үтергә ебәрелгән, 610 пациентҡа юғары технологиялы ярҙам тәғәйенләнгән.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин быйыл 13-сө ҡала дауаханаһында Сәнәғәт медицинаһы үҙәге асылыуы тураһында һөйләне. Ул “ОДК-УМПО” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен диспансерлаштырыу, медицина хеҙмәтләндереүен, диспансер күҙәтеүен ойоштороу маҡсатында төҙөлгән.

Министрҙың әйтеүенсә, республиканың эре предприятиеларында  1,8 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй, 32 проценты зарарлы һәм хәүефле эш менән мәшғүл. Шуға күрә уларҙың сәләмәтлеген тикшереү, иҫкәртеү сараларын үткәреү бик мөһим.

Республикала эшселәрҙең сәләмәтлеген нығытыу буйынса раҫланған 134 программа бар. Корпоратив программалар сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға, тормош сифатын яҡшыртырға ярҙам итә.

Хөкүмәт Премьеры-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, диспансерлаштырыу үткәреүҙең сифатын күтәреү буйынса маҡсатлы эш алып барыу, яңынан асыҡланған ауырыуҙарҙы ваҡытында тикшереү, уларҙы күҙәтеүҙе ойоштороу, кәрәк тип табылғанда стационарҙа дауалау мөһим. Премьер-министр Матбуғат агентлығына һәм матбуғат сараларына  граждандарҙың диспансерлаштырыу үтеүгә теләген, мотивацияһын арттырыу өсөн мәғлүмәт кампанияһын көсәйтергә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото:https://pravitelstvorb.ru/news/24437/ 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: