Эльвира Булатова косметика хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса үҙенең проектын тәҡдим итте. Ғариза биреүсегә Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы күрһәтелгән дә инде. Буй-һынды коррекциялау студияһында бит һәм тән массажын ойоштороу планлаштырыла (вакуум һәм биткә йәки тәнгә вибрация тәьҫире комбинацияһына нигеҙләнгән аппарат методикаһы).
Икенсе проект – Хәйбулла районында туризмды үҫтереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға бәйле инвестициялар йәлеп итеү. Ғәлим Ултыраҡов дүрт квадроцикл һатып ала, һәр ваҡыт яңы, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс хис-тойғолар кисереү өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы маршруттар төҙөй. Уның пландарында Хәйбулла районында туризмды үҫтереү өсөн өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыу.
Ике проектты ҡарау йомғаҡтары буйынса уларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бер нисә ҡарар ҡабул ителде.
Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.