Ошо көндәрҙә Ростов өлкәһе Облив районының М.М. Шайморатов исемендәге Солонецк мәктәбе вәкилдәре республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын, музейҙарын һәм арт-киңлектәрен күреү маҡсатында Өфө ҡалаһында булды.
Сәфәр Рәсәй Геройы генерал-майор М.М. Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды.
Ҡунаҡтар өсөн Башҡортостандың Милли музейы буйлап экскурсия ойошторолдо, унда төйәгебеҙҙең тарихы, тәбиғәте, башҡорт халҡының этнографик үҙенсәлектәре, милли геройыбыҙ Салауат Юлаев, солоҡсолоҡ һәм башҡа бик күп нәмәләр хаҡында һөйләнеләр. Балалар легендар генерал, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған залда ла туҡталдылар.
Артабан ҡунаҡтар археология Һәм этнография музейында булды. Балалар уникаль сармат алтыны коллекцияһы менән танышты. Экскурсоводтар Башҡортостандың боронғо кеше эҙҙәрен һаҡлауы һәм төбәк биләмәһендә асыштарҙың дауам итеүе хаҡында һөйләне.
Тәьҫораттарға бай көн тәжрибәле экскурсовод оҙатыуында ҡала буйлап йөрөү менән тамамланды. Ҡунаҡтар ҡаланың иҫтәлекле урындары һәм арҙаҡлы шәхестәре тураһында мауыҡтырғыс тарихтар менән танышты.
Делегация ағзалары Өфөнөң иҫтәлекле урындарына һоҡланыу белдерҙе, яҡшы ойошторолған осрашыу өсөн рәхмәт әйтте.
Бындай саралар илебеҙ йәштәренең үҙ-ара аралашып, белем даирәһен арттырып, илһөйәр рухта үҫеүенә булышлыҡ итә. Был бурыстар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектында (национальный проект “Образование”) мөһим йүнәлештәр булараҡ билдәләнгән.
Фото һәм сығанаҡ: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.