-3 °С
Болотло
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт “) ярашлы тормошҡа ашырыла.
Үткән айҙарҙа беҙҙең республиканан Үзбәкстанға нигеҙҙә минерал һәм химия сәнәғәте продукцияһы, каучук, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәре оҙатылды.
Бынан тыш Үзбәкстан Башҡортостандан аҙыҡ-түлек һәм сеймал, шул иҫәптән – һөт ризыҡтары, металл һәм уларҙан яһалған әйберҙәр, туҡыма, аяҡ кейеме һәм башҡаларҙы ала. Рәсәйҙең Үзбәкстандағы сауҙа вәкиллегендәге Башҡортостан белгесе Азат Асҡаров билдәләүенсә, хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә шулай уҡ берлектәге проекттар ҙа ярҙам итә.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.