Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
20 Август , 09:20

Мәшғүллек үҙәктәре яңыртыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Демография“ милли проектына (национальный проект “Демография“) ярашлы,  мәшғүллек үҙәктәрен комплекслы яңыртыу бара.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Демография“ милли проектына (национальный проект “Демография“) ярашлы, мәшғүллек үҙәктәрен комплекслы яңыртыу бара.

Был үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә бында килеүселәр өсөн тағы ла уңайлыраҡ шарттар тыуҙы. Хәҙер һаулығы сикләнгән кешеләр өсөн тейешле мөхит булдырылды, теләгәндәр өсөн ҙур экран, балалар зонаһы, электрон сират бар.

Эш рәүеше лә үҙгәреш кисерҙе. Хәҙер “Берҙәм тәҙрә” алымында хеҙмәтләндереүҙең тотош комплексы күрһәтелә, белгестәр резюме төҙөргә, эш биреүсе менән әңгәмәгә әҙерләшергә, яңы һөнәргә эйә булырға һәм хатта бизнес асырға ла ярҙам итә.  

Быйылғы йыл уртаһына Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә 11,7 мең кеше тора ине. Уларҙың 10,5 меңе – рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр. Теркәлгән эшһеҙлек һаны республикала хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 0,5 процентын тәшкил итә.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: