Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
21 Август , 09:20

Башҡортостан компанияһы лизинг ярҙамында яңы автомобиль һатып алды

Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы “Стройбаш” ойошмаһына “Иджара” лизингының махсус формаһы буйынса финанслау йүнәлтте. Ошоноң ярҙамында предприятие кран-манипулятор ҡулайламаһы менән йөк автомобиле һатып алды, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. Был “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан компанияһы лизинг ярҙамында яңы автомобиль һатып алды
Башҡортостан компанияһы лизинг ярҙамында яңы автомобиль һатып алды

Традицион лизингтан айырмалы рәүештә, “Иджара”ға бәйле осраҡта һатып алыу мәленә тиклем объект буйынса бөтә хәүеф мөлкәт хужаһы булараҡ төбәк лизинг компанияһында һаҡлана. Шулай уҡ түләүҙәрҙе һуңлатҡан өсөн штрафтар ҙа алып ташлана. Ярҙам алыу өсөн ғариза бирергә һәм кәрәкле документтар исемлеген тапшырырға кәрәк. Быны реестрға индерелгән һәм шәриғәт нормаларына һәм талаптарына ҡаршы килмәгән эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшләй ала.

“Иджара“ шарттары буйынса 36 айға тиклем 500 меңдән 50 миллион һумға тиклем финанслау ҡаралған. Был аҡсаға махсус техника, йөк һәм еңел коммерция транспорты, шулай уҡ автобустар һатып алырға мөмкин”, – тип билдәләне төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Баймакский вестник.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: