“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл Өфөнөң 17-се ҡала балалар дауаханаһына яңы ҡорамал – ЕМ-6000 кәрәк-яраҡтары менән эндоскопик видеопроцессор ҡуйылды.
Унда ике меңдән ашыу йәш пациент тикшереү үтте лә инде. Диаметры 5,9 миллиметр ғына тәшкил иткән эндоскоп табип-эндоскопсыға аш һеңдереү системаһындағы үҙгәрештәрҙе ентекләп ҡарау мөмкинлеген бирә. Был алдараҡ дауалана башларға һәм, һөҙөмтәлә, тиҙерәк һауығып китергә мөмкинлек бирә.
Аппарат ярҙамында бәләкәй пациенттарҙың һаулығы тураһында алынған мәғлүмәт уникаль һәм аныҡ диагноз ҡуйырға, адекват дауалау алымын һайларға мөмкинлек бирә. Процедура бөтөнләй ауырттырмай, ә һүрәттәрҙе видеоға төшөрөү эндоскопия диагностикаһын һәм дауалауҙы еңеләйтә.
– Был эндоскоп – һөҙөмтәләрҙең юғары аныҡлығын тәьмин итеүсе заманса медицина ҡорамалы өлгөһө. Шуныһы мөһим, эндоскоп көпшәһенең диаметры ныҡ бәләкәйләтелгән, был процедураны бәләкәй пациенттар өсөн аҙыраҡ йәрәхәтле итә, - тип һөйләне табип-эндоскопсы Жанна Вәлиева.
Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.