Торлаҡ махсус ҡуртым килешеүе буйынса бирелә. Уның шарттары буйынса биш йылдан кеше торлаҡты үҙ милке итеп алыу мөмкинлегенә эйә. Дәүләт граждандарҙың льготалы категориялары хаҡында хәстәрлек күрә һәм уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бөтә көсөн һала. Был мөһим бурыс, ул бөтә граждандар, шул иҫәптән яҡлауһыҙыраҡ хәлдә булғандар өсөн дә уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Ҡариҙел районы хакимиәтендә бөтә категория граждандары өсөн дә социаль ярҙам саралары тураһында ентекле консультация алырға мөмкин.
"Хәҙер үҙ йортобоҙ булды, беҙ быға бик шатбыҙ. Беҙ унда йәшәй һәм бер-беребеҙ хаҡында хәстәрлек күрә алырбыҙ", – тип ҡыуана йортло булғандар.
Уларҙың күбеһенең ғиләһе һәм балалары бар, яңы торлаҡ майҙаны улар өсөн бик шәп бүләк булды.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.