Башҡортостандың Дүртөйлө районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә даими үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡалала турагентлыҡ асыу буйынса проект ҡаралды.
Хәҙерге кешеләрҙең тормош ритмы сифатлы һәм алдан планлаштырылған ял тураһында йышыраҡ уйланырға мәжбүр итә. Шуға ла туристик агентлыҡтарға ихтыяж юғары, сөнки күптәр үҙ ялын ойоштороуҙы үҙ эше оҫталарына ышанып тапшырырға ярата.
“Ғәҙәттә, кешеләр рейстар һәм кәрәкле торлаҡ эҙләүгә һәм бронләүгә ваҡыт сығымдарын кәметеү, документтар тултырыу менән шөғөлләнмәү өсөн туристик агентлыҡтарға мөрәжәғәт итә, клиенттар иҫтәлекле урындар, барырға теләгән урындарҙың инфраструктураһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға теләй”, – тине проект инициаторы.
Осрашыуҙа ҡатнашыусы тарафынан турагентлыҡты урынлаштырыу өсөн бина һайланған, офис техникаһы һәм мебель һатып алырға ҡалған. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлнара Кашаева субсидия биреү конкурсында ҡатнашыуға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.