Был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итә төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы.
“Эшкәртеү продукцияһын Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре ҡараны. Продукция өлгөләре лабораторияларҙа кәрәкле экспертизалар үтә. Идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, көнбағыш майы импортлаусы илдең фитосанитар талаптарына тап килә”, – тип хәбәр ителә.
Майлы продукция Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы экспорты структураһында яҡынса 70 процентты тәшкил итә. 2024 йылдың авгусы башына төбәк сит илгә үҙ продукцияһын 175 миллион доллар һумға оҙатҡан. Был күрһәткес 5 процентҡа үҫкән. Башҡортостан аграрийҙары продукцияһын донъяның 44 иленә экспортлай.
2024 йылда Башҡортостанда майлы культуралар сәсеүлектәре 417 мең гектар тәшкил итә, шуларҙың 290 гектары – көнбағыш.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: karmaskaly-nov.ru
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-26/ytay-a-k-nba-ysh-mayy-3898608