Башҡортостан быйылғы тәүге ярты йыллыҡта етәкселәре оҫталығын арттырған компаниялар һаны буйынса алдынғылар исемелегендә билдәләнде.
Квалификацияны арттырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге“ милли проектына (национальный проект “Производительность труда“) ярашлы башҡарыла. ”Хеҙмәт етештереүсәнлеге лидерҙары” программаһында ҡатнашҡан етәкселәрҙең тәүге ағымы быйылғы уҡыу осорон тамамланы. Был ваҡыт эсендә топ-менеджерҙар етештереүҙе камиллаштырыу алымдарын һәм логистиканы, персонал стратегияһын һәм уға идара итеүҙе өйрәнде.
“2018 йылдан алып республикабыҙҙа Рәсәй Президенты башланғысы менән булдырылған 13 милли проеект индерелде. Улар араһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проекты айырылып тора. 2017 йылда Башҡортостан ошо милли проект алымдары предприятиеларға нисек тәьҫир итеүен өйрәнгән биш пилот төбәге исемлегенә индерелгәйне. Бөгөнгө “Хеҙмәт етештереүсәнлеге”нә республиканың 183 предприятиеһы ҡушылған, уларҙың һөҙөмтәһе күн нәмә тураһында һөйләй – биш йыл эсендә милли проектты индереүҙән алынған иҡтисади отош дүрт миллиард һумдан ашты”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-25/et-ksel-r-o-taly-yn-arttyra-3897760