Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
29 Август , 10:15

Файҙаланылған батарейкаларҙы мотлаҡ эшкәртеүгә тапшырырға кәрәк

Сөнки улар кәм тигәндә 70 процентҡа ҡабаттан ҡулланыуға яраҡлы материалдарҙан тора.    

Файҙаланылған батарейкаларҙы мотлаҡ эшкәртеүгә тапшырырға кәрәк
Файҙаланылған батарейкаларҙы мотлаҡ эшкәртеүгә тапшырырға кәрәк

12-18 августа Башҡортостанда йәшәүселәр “Экология” милли проекты бурыстарына ярашлы ойошторолған туҡланыу элементтарын йыйыу акцияһы барышында 18 тоннанан ашыу батарейканы эшкәртеүгә тапшырҙы.

Республикала экологик мәҙәниәтте күтәреү, экологик белем һәм тәрбиә биреү системаһын үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы ваҡытта тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш мода тренды ғына түгел, ә республика халҡының экомәҙәниәтен формалаштырыуҙа аңлы йүнәлеш булып тора. Был турала Өфө хакимиәте менән ойошторолған “Батарейкалар тапшырабыҙ!” экологик акцияһы һөҙөмтәләре раҫлай.

– Бер аҙна эсендә генә республика халҡы, ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәре иң күп эшкәртелгән туҡланыу элементтарын тапшырҙы – 4,92 тонна. Йыйылған батарейкалар Силәбе өлкәһенә эшкәртеүгә ебәрелде лә инде. Былтыр инициативалы кешеләр 3,3 тоннаны эшкәртеүгә оҙатты, ә ошо ҙур экологик акцияны тормошҡа ашырыу барышында республика халҡы 18,8 тонна батарейка йыйып, икенсел ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә йүнәлтте. Республикала йәшәүселәрҙең тәбиғәтте һаҡлау башланғыстарына йәлеп ителеүе тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын һаҡлау өсөн экологик баланс һәм шәхси яуаплылыҡ һаҡлауға ынтылыу тураһында һөйләй, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Файҙаланылған батарейкаларҙы мотлаҡ эшкәртеүгә тапшырырға кәрәк, сөнки улар кәм тигәндә 70 процентҡа ҡабаттан ҡулланыуға яраҡлы материалдарҙан тора. Бынан тыш, асыҡ һауала дымлылыҡ юғары булғанда, температура үҙгәргәндә һәм элементтың механик йоғонтоһонда элементтың герметиклығы боҙола, һәм бөтә хәүефле химик матдәләр һауаға, тупраҡҡа, һыуға эләгә, аҙыҡ-түлек сылбыры буйынса тере организмдарға тапшырыла.

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһы йәшәйешен тәьмин итеү идаралығының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге акцияға йомғаҡ яһай. Еңеүселәр һәм призерҙар Дим паркында акцияны тантаналы ябыу сиктәрендә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: