Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
30 Август , 14:50

Был күпер халыҡҡа кәрәк

Дәүләкән районында Дим йылғаһы аша күперҙе ремонтлай башланылар. 

Был күпер халыҡҡа кәрәк
Был күпер халыҡҡа кәрәк

Дәүләкән районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дәүләкән – Талбазы автомобиль юлында Дим йылғаһы аша күперҙе ремонтлай башланылар. Күперҙең оҙонлоғо 205 погон метрҙан ашыу. Подрядсы ойошма күперҙең аҫҡы өлөшөндә эштәр башҡара – юлсылар металл конструкцияларҙы коррозиянан таҙарта, күперҙең терәктәрен нығыта. Яңы ҡоролмала терәүҙәрҙе ремонтлау, тимер-бетон балкаларҙы алмаштырыу, бетондан тигеҙләү һәм һаҡлағыс ҡатламдар, деформация йөйҙәре, ике ҡатлам асфальт-бетон япмаһы ҡуйыу, конустарҙы нығытыу эштәрен башҡарыу планлаштырыла. Шулай уҡ яңы барьер һәм яндауыр ҡоймалары монтажланасаҡ.

– Соколовка, Яңы Шәрип, Рублевка, Әлмәт, Бик-Ҡарамалы һәм Дәүләкән районының башҡа тораҡ пункттарында йәшәүселәр был күперҙе йүнәтеүҙе һораны. Был ҡоролма район үҙәге – Дәүләкәнгә үтеүҙе тәьмин итә. Бынан тыш, йәмәғәт транспорты, шулай уҡ мәктәп автобустары йөрөй. Был күперҙәге трафик тәүлегенә 1800 автомобиль тәшкил итә. Шуға күперҙе ремонтларға һәм уның буйлап хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итергә кәрәк, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Ремонт ваҡытында кәрәк булғанда юлсылар күперҙең бер өлөшөн ябасаҡ. Транспорт хәрәкәте бер һыҙат буйынса башҡарыласаҡ һәм светофор менән көйләнәсәк.

Барлыҡ эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: