“Мәҙәниәт”(национальный проект “Культура”) милли проектының “Милләттең ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Йылайыр балалар сәнғәт мәктәбенә яңы концерт ҡоралы – рояль килде. (Н. Рубинштейн)
Был турала директор Резеда Дамир ҡыҙы Моталлапова хәбәр итә.
- Йылайыр ауылының балалар сәнғәт мәктәбе БР Мәҙәниәт министрлығынан «Н.Рубинштейн» маркалы яңы пианино алды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһендә мәктәптәргә бушлай музыка ҡоралдарын тапшырыу программаһы хаҡында әйткән ине.
«Н.Рубинштейн» инструменттар серияһы күренекле композитор һәм дирижер Николай Рубинштейндың исемен йөрөтөүе осраҡлы түгел, сөнки ул Мәскәү консерваторияһына нигеҙ һалыусы һәм һоҡланғыс уҡытыусы булған. Мәктәпкә шәп бүләк - «Н.Рубинштейн» пианиноһы өсөн Мәҙәниәт министрлығына һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Айырыуса шуныһы ҡыуаныслы: Рәсәйҙә етештерелгән матур дизайнлы һәм иҫ киткес тауышлы уйын ҡоралы беҙҙең уҡыусылар өсөн шөғөлләнеү һәм сығыш яһау өсөн яҡшы стимул булып хеҙмәт итәсәк.
Дөйөм алғанда, биш йылда, 2019-2023 йылдарҙа, республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 172 миллиард һум самаһы тотонолған, шул иҫәптән 116,7 миллиард һумы - федераль бюджеттан.
“2024 йылда «беренсе дәүер»ҙең милли проекттарына тағы 36,2 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 22,7 миллиард һум бүленде. Ә беҙ Владимир Владимирович Путин иғлан иткән яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға әҙерләнәбеҙ. Алда республика халҡы мәнфәғәте өсөн байтаҡ эш башҡарыу бурысы тора”, - ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: “Зилаирские огни”