Фестиваль барышында «Урал» һәм «Обелиск» эҙәрмән отрядтары командирҙары менән осрашыу үтте, унда ҡатнашыусылар лекция тыңланы, видеоролик ҡараны һәм эҙәрмәндәр экспедицияһында табылған экспонаттар күргәҙмәһе менән танышты.
Ярыш йомғаҡтары буйынса команда зачетында түбәндәгеләр еңеүсе булды:
1-се урын - Дыуан районы Мәсәғүт ауылы гимназияһының «Витязь» хәрби-патриотик клубы;
2-се урын - Күмертау ҡалаһы Йәштәрҙең башланғыстарын үҫтереү агентлығы муниципаль бюджет учреждениеһының «Гефест» хәрби-патриотик үҙәге;
3-сө урын - Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө Полилингваль күп профилле мәктәбенең «Росгвардия» хәрби-патриотик клубы.
Бындай саралар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә һәм ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.