Проектта Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихы менән танышырға, биҙәү-ҡулланма һәм художество ижадын үҙләштерергә теләгән, 7 - 18 йәштәрҙәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр, ошо категорияға ҡарған балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала.
Проектты ойоштороусылар булып “Беренселәр хәрәкәте” гранты конкурсы ярҙамында Ҡала мәҙәниәт һарайы һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге сығыш яһай.
Фестиваль Өфө ҡалаһы мәҙәниәт һарайы алдындағы асыҡ һауала, халыҡ байрамдары, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының төрлө йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын сәхнәләштереү формаһында уҙғарыла.
Бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указадары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
2+
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.