Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
26 Сентябрь , 09:05

Заманса мөмкинлектәр балаларҙы үҫешкә әйҙәй

Кушнаренко районында тағы бер “Үҫеш нөктәһе” барлыҡҡа килде. 

Заманса мөмкинлектәр балаларҙы үҫешкә әйҙәй
Заманса мөмкинлектәр балаларҙы үҫешкә әйҙәй

Кушнаренко районының Ҡаран-Йылға ауылы мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлешле үҙәк асылды. Ул «Мәғариф» милли проектының (национальный проект «Образование») «Заманса мәктәп» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Мәктәп «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәге өсөн ҡорамалдар алды, ике кабинет ремонтланды. Уҡыусыларҙың ҡарамағында ноутбуктар, физика, химия, биология, информатика буйынса һанлы лабораториялар бар. Яңы ҡорамал ярҙамында балалар тәжрибә туплауҙан тыш, кәрәкле күнекмәләр ҙә алыу мөмкинлегенә эйә булды.

«Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәгенең инфраструктураһы тәбиғи-фәнни һәм технологик компетенцияларҙы, уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын, проект эшмәкәрлеген үҫтереү, балаларҙың, педагогтарҙың, ата-әсәләрҙең йәмәғәтселеген ижади, социаль яҡтан үҫтереү өсөн мәктәптең белем биреү киңлеге булараҡ файҙаланыласаҡ. Уҡытыусылар «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» проекты республикала сифатлы һәм уңайлы белем биреүҙе формалаштырыу өсөн шарттар булдырырға ярҙам итер тип ышана.

Белеүебеҙсә, милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: Ҡаран-Йылға ауылы мәктәбенең “Бәйләнештә”ге төркөмөнән.

 

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: