Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө булдырылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров 2 майҙы Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһында

Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө

УКАЗ

Рухи мираҫты, милли традицияларҙы, ғаилә ҡиммәттәрен һәм быуындар бәйләнешен һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсатында ҡарар итәм:

1. 2 майҙы Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип билдәләргә.

2. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә 2020 йылдың 30 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнөнә (артабан – Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө) бәйле сараларҙың планын раҫлауҙы тәьмин итергә, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә.

3. Башҡортостан Республикаһының муниципаль берекмәләре хакимиәттәренә Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө сиктәрендә:

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың тол ҡатындарының, һуғыш йылдарындағы тыл хеҙмәтсәндәренең, Ҡораллы көстәр ветерандарының, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ерләнгән урындарын;

ырыу (ғаилә) ҡәберлектәрен төҙөкләндереү буйынса сараларҙы ойоштороуҙы тәҡдим итергә.

4. Әлеге Указдың үтәлешен контролдә тотоуҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә йөкмәтергә.

Башҡортостан Республикаһы

Башлығы Р. Хәбиров

Читайте нас: