Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улар быуынын һуғыш та һындыра алмаған

Тәмле аш-һыу еҫе бөркөлөп торған бөхтә, яҡты өйҙә мине үҙенә килешеп торған яулыҡ ябынған, йәшел башҡорт камзулы, сәскәле күлдәк кейгән алсаҡ йөҙлө инәй, башҡорттарға ғына хас ҡунаҡсыллыҡ менән, күптән көткән ҡәҙерле туғанылай ҡаршы алды. Йөҙөнән йылмайыуы төшмәгән был теремек инәйгә бер ҙә 90 йәш бирмәҫһең.

Эйе, Фәтихә Шәкирйән ҡыҙы Ишморатоваға яңыраҡ 90 йәш тулған. Ҡашҡар ауылының иң өлкән ағинәйен, өйөнә килеп, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин ихлас ҡотланы, уға Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Тәбрикләү хатын һәм бүләк тапшырҙы, шулай уҡ, тыл эшсәне булараҡ, уның күкрәгенә “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 75 йыл” юбилей миҙалын таҡты. Әйткәндәй, был миҙалды тыл эшсәне Фәтихә Шәкирйән ҡыҙы районда беренселәрҙән булып алды.

Әңгәмәбеҙҙең тәүге минуттарында уҡ хәтирәләр Фәтихә Шәкирйән ҡыҙын күңелендә уңалмаҫ яра һалған заманға – “атайһыҙ ҡалдырған” һуғыш йылдарына, ауыр эш менән үткән бала сағына, йәшлек осорона алып китте.

“Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй”, – тип яҙа Мостай Кәрим. Бына әле Фәтихә инәй ҙә, һикһән йылдай алыҫлыҡтағы бала сағын иҫенән сағырмай. Уның кисерештәрен йотлоғоп тыңлайһың.

Фәтихә Шәкирйән ҡыҙы 4 балалы ғаиләлә үҫә. Тәүҙә – Ишембәттә, шунан Ишбулды ауылында йәшәйҙәр, аҙаҡ Ҡашҡарға килеп төпләнәләр. Атаһы һуғышҡа киткәс, әсәһе ошо 4 бала менән тороп ҡала. Яңы уны тулған Фәтихә әсәһенең уң ҡулына әйләнә, сөнки ул – ғаиләлә баш бала, иң бәләкәсенә ике йәштәр булған өс туғанына апай.

“Әсәйем беҙҙе бер һыйыр менән аҫыраны...” – тип хәтерләй Фәтихә инәй йылдар аша. Әммә бер генә һыйыр биш баш йәнде туйҙыра аламы? Балаларын асыҡтырмаҫ өсөн әсәһе тамаҡ ялына урыҫ ауылдарына ла барып эшләп ҡайта. Береһендә урыҫтарға картуф йыйышырға үҙе менән Фәтихәне лә алған, күрәһең: инәй, бер генә бөртөк булһа ла картуф ятып ҡалһа ине, тип уңышы йыйып алынған картуфлыҡта эҙләнеп йөрөгәнен хәтерләй. Күп тиҫтерҙәренең, ауылдаштарының аслыҡтан шешенеп үлеүе Фәтихә инәйҙең әле лә булһа күҙ алдында тора...

– Атайһыҙ үҫтерҙе был һуғыш, – тип көрһөнә Фәтихә инәй, шул йылдарҙы иҫләп.

Һау-сәләмәт ир-ат һуғышҡа китеп бөткәс, улар урынына ҡалған ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Үҫмер йәшенә ингән Фәтихә лә үгеҙ-һыйыр егеп ер һөрөүҙә ҡатнаша: өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар артта һабан тотоп бара, ә балалар үгеҙҙе алдан етәкләп йөрөй. Бесән ташыуҙары ла Фәтихә инәйҙең иҫендә: “Бесәнде бүкән бейеклек кенә өйөмдәр менән ташыныҡ. Ас йөрөгәс, күберәк күтәрергә хәлебеҙ ҙә булмағандыр инде...”

Һуғыш бөтөү менән дә тормош еңеләйеп китмәй. Йәш ҡыҙ Фәтихә ауыр эштәрҙә эшләүен дауам итә. Уны, бер төркөм башҡа етем ҡыҙҙар менән бергә, Талҡаҫ күленә торф сығырыуға ебәрәләр. Апрель айында, йүнле кейемһеҙ, бысраҡ һыу-ҡойо кисеп, Баймаҡҡа йәйәү баралар. Барғас та, былар таңға тиклем ҡасып китмәһендәр типтер, баракка бикләп ҡуялар. Эш, ысынлап та, бик ауыр булып сыға, күптәр күтәрә алмай, тиҙҙән ҡасып ҡайтып бөтәләр. Фәтихә бер әхирәте менән һуңға тиклем ҡала.

Торф сығырыу эшенән һуң Фәтихәне Күркәтауға ағас әҙерләүгә алып китәләр.

– Унда йыуан-йыуан ағастар. Көс етмәй, әммә планды үтәргә кәрәк. Көнө буйы эшләйбеҙ, йоҡларға ғына барактарға ҡайтабыҙ. Үлгәндәр ҙә булды... Эш ауыр: ағасты йыҡҡандан һуң, ботаҡтарын ботарға, әрсергә, ҡалдыҡтарҙы яғырға, аҙаҡ һыу буйына төшөрөп өйөргә, ағыҙырға кәрәк... Эште ҡабул итеүсе лә уҫал ине: ботаҡтарҙы яндырған урында бер генә торонбаш ҡалһа ла ҡабул итмәй торғайны. Тимәк, план үтәлмәй, тигән һүҙ бит инде, – тип хәтерләй Фәтихә инәй.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа илдә барған ҙур үҙгәрештәр күптәрҙең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәрә. Мәҫәлән, 50-се йылдар урталарында сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, Фәтихә Шәкирйән ҡыҙы тракторсы ярҙамсыһы булып китә. 4 класс белеме булған ҡыҙ үҙе лә тракторсыға уҡый башлай, әммә уҡыуын бөтөрә алмай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы берҙә руль артына ултырырға тура килгеләй.

Сиҙәм күтәреүселәрҙе ике тракторға һигеҙәр кеше итеп ялан яғына ебәрләр. Унда ике сменала – көндөҙ һәм төндә – алмашлап эшләйҙәр. Ошо эштә йөрөгәнендә Фәтихәнең күҙенә тимер ярсығы инә. 24 йәшлек ҡыҙҙың уң күҙе зәғиф булып ҡала.

Бала саҡтан атайһыҙ ҡалып, бәләкәй туғандары өсөн үҙ өҫтөндә яуаплылыҡ алырға, тормош ауылыҡтарында сынығып, уларҙы еңергә өйрәнгән Фәтихә Шәкирйән ҡыҙы 1956 йылда үҙенә ғүмерлеккә ныҡлы таяныс, терәк булырлыҡ кешегә – Әүхәҙи Шаһивәли улы Ишморатовҡа кейәүгә сыға. Ауылда беренсе гармунсы булған егет менән улар бер ауылдан булалар. Туйҙан күп йылдар алда урамда былай ғына күрешеп, һаулыҡ һорашып үткәндәрендә улар 2 ҡыҙға, 3 малайға ғүмер биреп, ярты быуаттан ашыу бергә донъя көтөрбөҙ, тип уйламағандарҙыр ҙа.

Ишморатовтар икеһе лә хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда эшләй. Балалары ишәйгәс, ҙурҙары мәктәпкә йөрөй башлағас, Фәтихә Шәкирйән ҡыҙы, төнгө сменаға күсеп, фермала быҙау ҡарай. Иш янына ҡуш булһын тип, совхоз эшенән тыш, тегенселек менән дә булыша: ауылдаштарына күлдәктәр, буй юрғандар, башҡа күп кенә әйберҙәр тегә.

“90 йыл ғүмер күҙ асып йомған арала үткән дә киткән дә баһа”, – ти, үҙе лә ғәжәпләнгәндәй, Фәтихә Шәкирйән ҡыҙы. Бөгөнгө көндә ул 12 ейән-ейәнсәргә, 7 бүлә-бүләсәргә өләсәй, ҡартәсәй. Был бәхетле көндәрҙе тормош иптәше Әүхәҙи Шаһивәли улы ғына күрә алмай – ул биш йыл элек, ғаиләһендә, ауылдаштарында үҙе тураһында тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән. Әле Фәтихә инәй яңғыҙы йәшәй. Балалары, ейәндәре көн дә уның хәлен белеп, хужалығында ярҙамлашып торалар. Фәтихә инәй ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә, йәйгеһен еләккә, бешмәккә йөрөштөрә. Ғүмер буйын хеҙмәт менән йәшәгән, балаларын да эшһөйәр итеп тәрбиәләгән кеше тик ултыра буламы?

Фәтихә Шәкирйән ҡыҙының наградалары ла байтаҡ ҡына: “Әсәлек даны” миҙалы, “Хеҙмәт ветераны”, “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалдары... Ә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең юбилей миҙалдары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Һанап китеүе генә еңел, ә бит ошо миҙалдар артында – күпме әсе тир, күпме ауырлыҡтар, күпме сабырлыҡ йәшәренгән. Бала сағы һуғыш осорона тура килгән бөтә кешеләрҙеке кеүек, Фәтихә Шәкирйән ҡыҙының да теләгәне бер – илебеҙ тыныс булһын, улар быуыны күргәнде башҡаса бер кемгә лә күререгә яҙмаһын!

Бәләкәй генә кәүҙәле инәйҙең анау тиклем ауырлыҡтарға бирешмәүе, бөгөн дә ҡартайҙым тип төшөнкөлөккә бирелмәүе, әле лә тормоштоң һәр көнөн мәғәнәле һәм файҙалы үткәреүе, асыҡ аңы, алсаҡ йөҙө, күңел күтәренкелеге һоҡландыра. Фәтихә Шәкирйән ҡыҙының рухын хатта һуғыш та һындыра алмаған. Тап ошондай сабыр, эшлекле, көслө ҡатын-ҡыҙҙар арҡаһында ла инде илебеҙ ауыр һуғыш йылдарынан һуң яңынан аяҡҡа баҫа алған!

Читайте нас: