Хәсәнов Яҡуп Шәрәфетдин улы 1903 йылдың 5 февралендә Йылайыр районы Йомағужа ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә 5 ул тәрбиәләнә һәм шуларҙың дүртәүһе һуғышта ҡатнаша, ҡыҙғанысҡа икәүһе яу яланында һәләк була. Аталары уҡымышлы, мулла булған.
Яҡуп олатай 30 йәше тирәһендә өйләнә, ике ҡыҙы тыуа. 1941 йылда һуғыш башланғас, ул башҡа ир-егеттәр менән бер рәттән шунда уҡ һуғышҡа алына һәм 13-сө айырым тимер юлсылар бригадаһының 80-се айырым юлсылар батальонына эләгә. 1941-1942 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында совет халҡына иң ауыр һынауҙарҙы кисерергә тура килә.Был осорҙа Яҡуп олатай алғы һыҙыҡта була, рельстар һалғандар, ә инде дошмандың һөжүмен тотҡарлау өсөн уны кире һүткәндәр. Ҡорал етешмәгән, бер нисә кешегә бер мынтык. Бик күп иптәштәрен юғалта. 1942 йылда ҡаты бер алышта, ҡамауға эләгеп әсиргә алына. Тап ошо ваҡыттан Яҡуп олатайҙы хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбенә индергәндәрҙер. Бер йылға яҡын фашистик Германияның концлагерында була. Тау менән тау ғына осрашмай тиҙәр, ошо ер аягы ер башында осратҡан Яҡуп олатай ауылдаштарын: Хәсәнов Мөхитдин һәм Вәхитов Заһир олатайҙарҙы. Ни генә кисермәгәндер, ниндәй генә ғазаптарға дусар ителмәгән улар концлагерҙа. Аслыҡтан, ауыр эштән күптәр ҡырылған. Үлгәндәрҙе, хатта тере,йонсоу әсирҙәрҙе лә мейестә яндырғандар. Яҡуп олатай бер нисә ышаныслы иптәштәре менән ҡасырға өмөтләнеп, әҙерләнгәндәр. Ул яҡташтарын да ҡушылырға өгөтләгән, ләкин улар көстәре, һаулыҡтары етмәҫ тип риза булмағандар.
Ниһайәт, 12 кеше ҡасалар һәм Польшаға килеп сығалар. Бик күп михнәттәр аша совет һалдаттары биләгән алғы һыҙыҡҡа килеп сығалар. Ләкин үҙебеҙҙең яҡта ла уларҙы ауыр һынау көтә. Оҙайлы һәм етди тикшереүҙән һуң ғына 12-һен дә аҡлап, фронттың алғы һыҙығына ебәрәләр.
Еңеү көнөн Яҡуп Шәрәфетдин улы Берлинда ҡаршылай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, "Берлин ды алған өсөн," "1941-1945й Бөйөк Ватан һуғышында Германия өҫтөнән еңеү яулаған өсөн " һәм бик күп юбилей миҙалдары менән наградлана. 1945 йылдың июнь айында демобилизациялана һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ҡайтыуына ҡатыны, ике ҡыҙы ла аслыҡтан, ауыр тормоштан үлгән була. Ут-һыу кисеп ҡайтҡан ир урындыҡҡа ятып илай. Шул уҡ 1945 йылда Яҡуп олатай 1925 йылғы Әлифә Абдулла ҡыҙына ойләнеп, яңынан донъя көтә башлай, 7 балаға ғүмер бирәләр. Яугир ең һыҙғанып эшкә тотона, малсылыҡта ла, баҫыусылыҡта ла эшләй, бригадир, учетчик та була. "Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәре үҙләштереү өсөн " миҙалы менән бүләкләнә. Иң мөһиме, уға яҙған оҙон ғүмер, үҙе тиңһеҙ бәхет түгелме ни! Яҡуп Шәрәфетдин улы тыныс холоҡло, өндәшеп бармаҫ, эшсән була. Олоғайғас, мулла булып ауылдаштарына изгелек өләшеүсе була. 1986 йылда 83 йәшендә донъя ҡуя
Ауылымда һуғышта ҡатнашҡандар өсөн һәйкәл ҡуйылған. Был һәйкәл дә киләсәк быуын өсөн һуғыштың тамамланыуына шаһит булып торасаҡ, һуғышта юғалғандарға һәм унан ҡайтҡандарға тере һәйкәл булып ҡалһын.
(Яҡуп олатай, Әлифә инәйҙең тере саҡта һөйләгәндәренән яҙып алынғайны, ҡыҫҡартып яҙылды )
-5 °С
Ҡар