Ауыл уттары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2021, 19:30

Был ҡыҙҙарҙың мәктәп ишеген тәү башлап асҡан көнө

Ҡайһы мәктәптә шундай матур форма һайлағандар ҡыҙҙарға, тип аптырап өлгөрмәҫ борон әйтә һалайым: быйыл түгел был, ә... 28 йыл элек.

Был фото эшемдә йылдар буйы тупланып киткән папкаларға эрвизиә яһап ултырғанда килеп сыҡты. Тик кемдәр улар, ҡайҙан, нишләп фотоның фоны ҡырҡып алынған? Артына ла бер ни яҙылмаған? Ҡыҫҡаһы, минең былай ҙа шыйығайған хәтергә хәтәр генә көс төштө. Бына ошо машинкала баҫылған мәҡәләгә беркетелгән ине был фото (һүрәттә).

Тик уға ҡағылышы булмай сыҡты. Уның ҡарауы титул битендә күрһәтелгән (Сдано в секретариат 2.09.93) дата буйынса ул саҡта “Сельские огни” гәзитенең 1993 йылдың 18 сентябрендәге һанында баҫылған “Матраевской средней – 25” тигән мәҡәләлә әлеге фотоға барып юлыҡтым.

Тик унда ла был ҡыҙҙар тураһында: “а эти девочки окончат школу уже в XXI веке”, – тип кенә әйткәнмен. Тупик. Түгел. Хәҙер һеҙҙең һәм кәм тигәндә лә 35 йәштәргә еткән ҡыҙҙарҙың үҙҙәре ярҙамында асыҡлайбыҙ инде фотола кемдәр торғанын. Ә артҡы фонына килгәндә, ул артыҡ шәптән булмаған, шуға ҡырҡып алғанмын, тик алмаш фон тапмағанмын, күрәһең. Компьютер хыялда ғына ине әле. Хәҙер булһа бына ошолайтып фотошопта шап иттереп яңы фон йәбештереп тә ҡуйған булып инем.

Ҡыҫҡаһы, комментарийҙарығыҙҙа һүҙ йәлләп ултырмағыҙ. Лайыҡ булһа, лайкын да ҡуйығыҙ.

Ә бына бая телгә алынған был мәҡәлә гәзиттә сыҡмаған (шуға ла оригиналы миндә һаҡланған да инде). Сәбәбен онотҡанмын. Моғайын, фото арҡаһындалыр. Уның ҡарауы әле уҡый һәм уның геройҙары тураһында үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе яғып ебәрә алаһығыҙ.

 

“Отлично” за труд

Приятный сюрприз ожидал 1 сентября девушек 11-го класс Матраевской средней школы. Все они сразу получили по “пятерке”, да еще какие! Но всё по порядку.

Летом, когда в дойном гурту Байгужинского отделения случился кризи с кадрами, дирекция совхоза попросила 10 девушек из Матраевской школы немного поработать доярками. Девушки согласились. Быстро освоили азы машинного доения и, как отметил директор совхоза Р.Г.Даминев, работали не хуже профессиональных, опытных доярок. Одним словом, руководство совхоза осталось очень довольным их работой.

И вот на торжестве, посвященном началу учебного года и 25-летию средней школы директор совхоза лично пожал руку девушкам и врусил им по пять тысяч рублей премии за добросовестный труд, за помощь совхозу в трудное время. Я же говорил: действительно хорошие “пятерки”!

А теперь назовем имена этих старательны девушек. Это – Амакасова Хусна, Балыкбаева Светлана, Дистанова Римма, Зулькарнаева Зинира, Исламгулова Альбина, Кашкарова Айгуль, Кильдигулова Альфира, Кунакова Дина, Сайфуллина Лилия, Турушева Лилия.

Последний год учатся они в школе. А там их уже ждет взрослая жихнь. Не все они, конечно, станут доярками, а возможно и никто не станет. Но кем бы они ни стали, пожелаем им успехов и удач, учиться так же на “отлично”, как и трудились.

А на снимке вы видите, к сожалению, только четырех из девушек-доярок: Хусну Амакасову, Римму Дистанову, Зиниру Зулькарнаеву, Лилию Турушеву.

Ф.Муртаев.

 

Һуңғы абзацын үҙем һыҙғанмын, тимәк, фото килеп сыҡмаған.

Ә бына ҡыҙҙарға премия биреү тураһында совхоз дирекцияһы менән рабочкомдың берлектәге ҡарары.

Автор:
Читайте нас: