Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2021, 21:25

Өфө ҡайҙа...

“Өфө ҡайҙа, Өфө ҡайҙа, Өфө Урал яғында, ҡоштар булып осор инем, бик һағынған сағымда” тигән йыр була торғайны элек. Әле лә бар, әлбиттә, тик йырлаусыһы юҡ. Берәй заман, Марс-һарс, Венера-менераларға осоуҙы кәртә аҫтына сығып әйләнгән шайы ла күрмәй башлаған саҡтарҙа, беҙҙең бик күп пра-пра-пра-пра... ейәндәр ошолайыраҡ итеп тә йырлап йөрөмәҫтәр тимә: “Өфө ҡайҙа, Өфө ҡайҙа, Өфө күктә, космоста, осор инем, бик һағынһам, иң шәп осҡан осҡоста...”

Өфө ҡайҙа...
Өфө ҡайҙа...

Эйе, ысынлап та, бейектә-бейектә, әммә барыбер “күҙ күреме ерҙә”, Ерҙән 250 миллион тирәһе саҡрымда Өфө тип аталған бәләкәй планета осоп йөрөй. Диаметры 12 километр тирәһе генә булған был астероидты 1990 йылдың 15 сентябрендә Ҡырым обсерваторияһында астроном Л.В.Журавлева асҡан һәм беҙҙең баш ҡалабыҙ хөрмәтенә Өфө (Уфа) тип атаған.

Унан саҡ ҡына яҡыныраҡ – Ерҙән 201 миллион километрҙа ғына – республикабыҙҙың тағы ла бер ҡалаһының исемен йөрөткән икенсе бәләкәй планета – Салауат йыһан киңлектәрен гиҙә. Диаметры 11 километрға яҡын. Үткән быуаттың 70-се йылдарында беҙҙең республикаға килеп киткән Бельгия астрономы Анри Дебеоне уны 1979 йылдың 18 декабрендә асҡан һәм атамаһын Салауат ҡалаһы хөрмәтенә биргән.

Ә уларҙан арыраҡ, Ерҙән 257 миллион километр алыҫлыҡта Ҡояш тирәләй Башҡортостан үҙе әйләнә. Уны шул уҡ Ҡырым обсерваторияһында астроном Н.С.Черных асҡан һәм Башҡорт АССР-ы хөрмәтенә Башҡортостан (Башкирия) тип атаған. Астероидтың диаметры – 17 километр самаһы.

Ярай, бәләкәй генә булһалар ҙа, “үҙебеҙҙең” планеталарҙы осоп йөрөп сыҡтыҡ, ә хәҙер, ҡайтышлай,  Марста “үҙебеҙҙең” Йылайыр кратерында йәшәгән марсиан белештәрҙә туҡталып, сәй эсеп китәйек. Марстың көньяҡ ярым шарында урынлашҡан ул кратер (һүрәттә уҡ менән күрһәтелгән).

1979 йылда Американың “Маринер-9” космос аппараты төшөргән фотолар буйынса асҡандар. Халыҡ-ара астрономдар союзы уға беҙҙең Йылайыр ауылының исемен биргән. Әйткәндәй, диаметры 48 километр булған Йылайыр кратерына беҙҙең әлеге өс планетаны ла иркен һыйҙырып булыр ине.

Үрҙә бер урында, “күҙ күреме ерҙә”, тип әйтеп киткәйнем. Ысынлап та шулай, сөнки әлеге бәләкәй планеталарҙың өсөһөн дә диаметры 30 см булған ҡәҙимге телескоп аша күреп була икән.

Фәрит МОРТАЙ.

Сығанаҡ: http://wiki02.ru/

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: