Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2021, 21:30

Нимә, шуның менән әбейҙәр сыуағы вәссәләмме?

Бөгөн көн бик йылы булды. Эштән ҡайтышлай бер апай тап булып, ярты юлға тиклем һөйләшеп килдек. Һүҙ һауа торошона ла барып еткәс:

Нимә, шуның менән әбейҙәр сыуағы вәссәләмме?
Нимә, шуның менән әбейҙәр сыуағы вәссәләмме?

“Бына әбейҙәр сыуағы ла башланып тора”, – тине. “И бөтөп тә тора”, – тип йылмайҙым мин, сөнки синоптиктарҙың прогнозын иртәнсәк кенә ҡарағайным. “Шулаймы?” – “Шулай, тиҙәр. Синоптиктар”.

Әле шул иҫкә килеп төштө лә, интернетҡа инеп киттем, погода эҙләп. Ысынлап та, Рәсәй гидрометцентры, Гисметео ла, Яндекс.Погода ла, иртәгә йылы булһа ла (+22), иртәнән һуң, йәғни 16-һынан +6 градусҡа тиклем, һыуыта башлай, ти. Һирәкләп ямғырҙары ла буласаҡ. Тәк ышту, әбекәйҙәр, сыуаҡ не будет.

(Илфирә Ғәлләмова фотоһы. Суйынсы-Супан ауылы. https://vk.com/id154418378?z=photo154418378_457244493%2Fphotos154418378)

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: