Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2021, 21:50

Кәбеҫтәнән солянка

Түтәлдән - өҫтәлгә, тиҙәрме әле? Кәбеҫтәнән дә төрлө аш-һыу әҙерләп ҡалырға өлгөрөгөҙ!

Кәбеҫтәнән солянка
Кәбеҫтәнән солянка
3 кг кәбеҫтә турайбыҙ, 2 кг һуған, помидор һәм кишер алабыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ, һуғанды һәм помидорҙы турайбыҙ.  

Солянка өсөн 3-4 лавр япрағы, 500 мл көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр һәм 1 аш ҡалағы 9%-лы аш һеркәһе алына. Бөртөклө ҡара борос та онотмағыҙ.
Барыһын да әҙерләп алғас, ҙур кәстрүлгә һалып, тоҙ, шәкәр һәм май ҡойоп, бутап, талғын утта 1 сәғәт бешерәбеҙ. Бешеп сығырға 10 минут тирәһе ҡалғас, лавр япрағы, борос һәм һеркә өҫтәргә кәрәк. Стерилле банкаларға эҫе көйөнсә тултырырға һәм ябырға.
Фото: https://vosadu-li-vogorode.ru/solanka-na-zimu-v-bankah-recepty-posagovogo-konservirovania-zagotovok-s-foto-i-video/
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: