Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 10:10

Башҡортостанда «Атайсал» проекты тормошҡа ашырыла

Уның сиктәрендә уңышлы шәхестәр үҙҙәренең тыуған яҡтарына ярҙам күрһәтә.

Башҡортостанда «Атайсал» проекты тормошҡа ашырыла

Башҡортостан башлығы был идеяны 2019 йылдың ноябрендә Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре барышында күтәреп сыҡҡайны.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республиканың бәләкәй ауыл- ҡаларынан сыҡҡан билдәле кешеләр күп. Уларҙың һәр береһе яҡташтарына ярҙам күрһәтә ала. Әммә был дәүләт хәл итергә тейешле проблемаларҙы кешеләргә һалыу тигәнде аңлатмай. Кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙған шәхестәр бихисап. Был улар өсөн уңайлы платформа булдырыу тигән һүҙ.

Уҙған йылда, районыбыҙҙың элекке башлығы Юнер Сәлим улы Вәлеев "Атайсал" проекты сиктәрендә, тыуған ауылы Ашҡаҙарҙа ағас ултыртты, мәсеткә аҙан ҡысҡырыу өсөн тауыш көсәйткес алып ҡайтты.

Афарин!

Автор:Гульгина Тагирова