Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 11:25

Иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу кәрәк

Өлкән йәштәгеләр магазинға бик кәрәк булғанда ғына йөрөй.

Иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу кәрәк

Шулай бер көн Сафия аҙыҡ-түлек алыр өсөн магазинға инә. Кәрәген алғас уға һатыусы 200-лөктән 800 һум ҡайтарып бирә. Сафия аҡсаларҙы тиҙ генә көшөлөгөнә һала ла, һау буллашып сығып китә.

Бер нисә көндән уға тағы ла кибеткә барырға кәрәк була, был юлы ул икенсе магазинға юллана. Әйбер хаҡын түләү өсөн кассаға барып баҫа, теге ваҡыттан ҡалған аҡсаларҙы сығарып кассирға һона. Ул аҡсаларҙы ҡулына алғас, бер аҡсаға, бер Сафияға бер ни тиклем ҡарап тоғас, “Һеҙ шаяртаһығыҙмы?”- тип һорай.

– Әллә теүәл бирмәнемме?-тип һорауға һорау менән яуаплай.

Был һүҙҙәр һатыусының һарыуын ҡайната башлай, ул ҡулдарын болғай- болғай. төкөрөктәрен сәсә- сәсә аҡсалар араһында бер купюраның ысын түгеллеген әйтеп Сафияның күҙҙәре алдында болғай башлай. Бындай хәлде көтмәгән ҡатын уңайһыҙланыуҙан, оялыуҙан нимә эшләргә белмәй. Ғәфү үтенә-үтенә “алдаҡ” купюраны алып, тейешле сумманы түләп тиҙерәк магазиндан сығыу яғын ҡарай.

Ауыл ерендә йәшәүсе Сафия телевизорҙан ишеткән, гәзиттәрҙән уҡып белгән хәлдәр үҙе менән булыр тип ҡайҙан ғына белһен инде.

Бер-беребеҙгә ихтирамлы, ваҡиғаларға иғтибарлы булайыҡ!

 Фото: https://yandex.ru/images/search?text=бесплатное%20фото%20покупатель%20в%20продуктовом%20магазине%20возле%20кассы&stype=image&lr=101179&source=wiz&pos=13&img_url=https%3A%2F%2Fpbs.twimg.com%2Fmedia%2FE0i65UEWEAQgECY.jpg&rpt=simage

Автор:Лена Валиуллина