Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2022, 15:40

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы башланды

«Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолған конкурстың зона этабы онлайн-форматта үтә, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, конкурстың зона этабы онлайн-форматта Мәләүез, Туймазы, Тәтешле, Салауат райондарында, шулай уҡ Сибай, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында уҙғарыла. Жюри видеороликтарҙы ҡарағандан һуң, 2022 йылдың 10 февраленә тиклем финалсыларҙы билдәләргә тейеш.

Конкурстың әлеге этабынан һуң республика турына үткән 21 ғаилә иғлан ителә. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары 2022 йылдың 1 мартында «Етегән» байрамы — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә билдәле була.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: