Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2022, 15:05

Йәшәлмәй торған өйҙөң хужаһы барлығы ла асыҡланмай, хатта күптән үлгән йорт хужаһының  исеменә лә түләмдәр килә.

Ҡый реформаһы халыҡта, әле булһа, күп төрлө һорауҙар тыуҙыра

Йәшәлмәй торған өйҙөң хужаһы барлығы ла асыҡланмай, хатта күптән үлгән йорт хужаһының  исеменә лә түләмдәр килә.
Йәшәлмәй торған өйҙөң хужаһы барлығы ла асыҡланмай, хатта күптән үлгән йорт хужаһының  исеменә лә түләмдәр килә.

Салауат районында йәшәүсе пенсионер инәйҙең күптән гүр эйәһе булған иренә “онотмай” ғына ай һайын сүп-сар өсөн түләү квитанциялары ебәрә урындағы операторҙар. Пенсионер был түләмдәрҙе түләмәй. шунлыҡтан бурысы барлыҡҡа килгән.

“Миңә берәүҙә бушлай бер нәмә лә бирмәй, ни өсөн мин булмаған кеше өсөн түләргә тейешмен”- ти оло йәштәгепенсионер.

Түләмдәрҙе алһындар өсөн ул ауыл хәкимиәтенә бара. Унда инәйгә тейешле справкалар әҙерләп региональ операторҙарға ебәрергә ярҙам итәләр. Уларүҙ сиратында ғаризаға таянып иҫәпте ҡарап сығырға һүҙ бирҙе.

Операторҙарҙың әйтеүе буйынса улар мәғлүмәттәр базаһын даими рәүштә яңыртып торалар. Шулай ҙа аңлашмаусыллыҡтар килеп сыға. Был йәһәттән халыҡ урындағы операторҙарға мөрәжәғәт итә ала.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: